

Әбйәлил районынан Әнисә Әхтәмова оҙаҡ йылдар эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Әле икмәкхана асырға ниәтләнгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
– Яңы бешкән икмәкте, ҡамыр ризыҡтарын халыҡ яратып ала. Беҙҙең бәләкәс ауылда икмәк бешергән сауҙа нөктәләре юҡ, шуға ла ауылдаштарымды яңы икмәк менән тәьмин итергә булдым, – тип һөйләй йүнсел ҡатын “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә.
Әле етештергән продукция район үҙәгендә, яҡын-тирә ауылдарҙа ла һатыла. Киләсәктә икмәк ризыҡтары етештереүҙе арттырырға, бының өсөн өҫтәлмә цех асырға уйлайҙар.
Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов бизнес-проект тураһында һөйләшеүҙән һуң белгестәргә уны тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото – Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.