+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Ноябрь 2022, 18:54

“Йыл кәсепсеһе-2022” республика бәйгеһе башланды

Теркәлеү өсөн электрон ғаризалар 27 ноябргә тиклем ҡабул ителә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Йыл кәсепсеһе-2022” республика бәйгеһе башланды
“Йыл кәсепсеһе-2022” республика бәйгеһе башланды

Теркәлеү өсөн электрон ғаризалар 27 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Бәйге “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Ярышты Башҡортостан Республикаһы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы, “Минең бизнесым” үҙәге БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министрлығы ярҙамында ойоштора, тип хәбәр итә  БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

– “Йыл кәсепсеһе-2022” конкурсы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың бер өлөшө булараҡ креатив индустрияны үҫтереүгә һәм ярҙам итеүгә, шулай уҡ төбәктә халыҡ-художество промыслалары һәм кәсепселек эшмәкәрлеге өлкәһендә эшҡыуарлыҡты популярлаштырыуға  йүнәлтелгән. Ярышта шәхси эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр, физик шәхестәр, шулай уҡ “Йәш кәсепсе-2022” айырым категорияһында  14 – 18 йәшлек оҫталар ҙа ҡатнаша ала, – ти Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Теркәлеү өсөн электрон ғаризалар 27 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Һылтанма: https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSce4RkTi6W1YcJUDAuc0LkpfBRAKRqGMJ4bDHTZ5bXOZGDaMA/viewform.

Презентация эштәрен [email protected]  электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. 28 – 30 ноябрҙә конкурс эштәренең оригиналын күрһәтергә кәрәк. Мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 224-99-99 (өҫтәлмә 560) – Татьяна Сайгина, 8 (347) 224-99-99 (өҫтәлмә 562) – Юлия Леонова, 8 963 135 17 25 – Гөлсөм Әхмәтова.

Бәйгегә йомғаҡ 3 декабрҙә, “Башҡортостан Республикаһында кәсептәр аҙнаһы”нда яһала.

Конкурстың положениеһы: https://biznestur.bashkortostan.ru/documents/other/455161/.

Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: