

Яңауыл ҡалаһы Балалар сәнғәт мәктәбенә быйыл барыһы 15 музыка ҡоралы, интерактив һәм тауыш ҡорамалдары, электр көршәксе әйләнмәһе, офорт станогы, линогравюра өсөн йыйылма алынған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Яңы алынған музыка ҡоралдары һәм ҡорамалдарҙы презентациялау барышында көршәк әүәләү ҡулайламаһында, офорт станогында оҫталыҡ дәрестәре үтте, шулай уҡ интерактив таҡтала эшләп күрһәттеләр. Сәнғәт мәктәбенең музыка бүлектәрендә уҡыусылар яңы музыка ҡоралдарында (фортепианола, аккордеонда, баянда, гитарала, флейтала) уйнаны. Башланғыс синыф уҡыусылары хоры, “Бубенцы” балалар халыҡ ҡоралдары оркестры сығыш яһағанда сәхнәлә шулай уҡ яңы тауыш ҡорамалдары, проектор ҡулланылды, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Быйыл Балалар сәнғәт мәктәбенә “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты буйынса алты миллион 311 мең һумлыҡ музыка ҡоралдары һәм ҡорамалдар алынды. Фортепианоларыбыҙ айырыуса иҫкергән ине, ҡайһы берҙәре 50 йыл эшләй, шуға ла быйыл бер юлы алты музыка ҡоралы алыуыбыҙға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ, – ти сәнғәт мәктәбе директоры Ильяс Тимершин.
Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.