+10 °С
Ясно
Милли проекттар
22 Ноября 2022, 14:10

“БабичСтудия”

Дүртөйлө районы Әсән ауылы модель китапханаһы тыуған яҡты өйрәнеү, мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса ҙур тәжрибә туплаған. Шәйехзада Бабичтың ижади мираҫын популярлаштырыу өҫтөндә лә күп эшләйҙәр. Тик компьютерға, смартфонға  мөкиббән киткән замана балаларына был ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте нисек еткерергә?  Компьютер технологияларын ҡулланырға! Китапханала “БабичСтудия” тип аталған  ижади мультоҫтахана асыла. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
“БабичСтудия”“БабичСтудия”
“БабичСтудия”

Дүртөйлө районы Әсән ауылы модель китапханаһы тыуған яҡты өйрәнеү, мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса ҙур тәжрибә туплаған. Шәйехзада Бабичтың ижади мираҫын популярлаштырыу өҫтөндә лә күп эшләйҙәр. Тик компьютерға, смартфонға  мөкиббән киткән замана балаларына был ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте нисек еткерергә?  Компьютер технологияларын ҡулланырға! Китапханала “БабичСтудия” тип аталған  ижади мультоҫтахана асыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Был хаҡта түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү үтте, тип хәбәр итә Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Һөйләшеүҙә ауыл хакимиәте вәкилдәре, Ш.Бабич музейы мөдире, ветерандар советы рәйесе, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.

Проектты тормошҡа ашырыу барышында республикабыҙҙа билдәле әҙәбиәт вәкилдәре менән осрашыуҙар,  оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡарала.

Фото – https://contenta.info/press_releases/353786#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас