

Дүртөйлө районындағы Иванай баҡсаһы трассаһында ҡышҡа ныҡлап әҙерләнәләр.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Ҡороған, ауған ағастарҙы алалар, пландар һыҙалар, һынып төшкән ботаҡтарҙы сығаралар, юлдарҙы таштарҙан һәм башҡа кәртә булып торор әйберҙәрҙән таҙарталар. Был эштәр “Экология” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Иванайҙағы саңғы юлы – спорт яратыусыларҙың яратҡан урыны. Ҡала, район спорт байрамдары ла тап ошонда үтә. Быйыл балалар, һәүәҫкәр спортсылар һәм уҡыусылар өсөн ярыштар, башҡа саралар үткәрергә йыйынабыҙ, тип хәбәр итә Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Маҡсатыбыҙ – саңғыла йөрөүселәр өсөн уңайлыҡтар булдырыу. Рәсәйҙә иң популяр спорт төрҙәренең береһе ул. Һәр кешегә буш ваҡытын файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә мөмкинлек биреү өсөн тырышабыҙ”, – ти район хакимиәтенең йәштәр менән эшләү һәм физик культура, спорт һәм туризмды үҫтереү буйынса бүлеге етәксеһе Данил Дәүләтов.
Фото – Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.