

Борай районы йүнселе Флорис Шакировтың крәҫтиән-фермер хужалығы – алдынғылар иҫәбендә. Әле аттарҙың һаны – 47-гә, ә умарталары 70-кә еткән. 375 гектар ерҙә иген, мал аҙығы сәселә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Мәктәпте тамамлау менән, 1982 йылда, колхозсы булып эш башлай Флорис Шакиров. Совет армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, “Тыныслыҡ” колхозына водитель булып килә, артабан умартасы булып эшләй.
2010 йылда крәҫтиән-фермер хужалығы булдырып, бал ҡорттары үрсетеүгә тотона. “Ғаилә фермаһы” маҡсатлы программаһында ҡатнашып, грант аҡсаһына башҡорт тоҡомло 16 йылҡы малы, трактор ала, ферма төҙөй. Өс эш урыны булдыра.
Әле аттарҙың һаны – 47-гә, ә умарталары 70-кә еткән. 375 гектар ерҙә иген, мал аҙығы сәселә. Бөгөн фермер хужалығы районда алдынғылар иҫәбендә.
Район советы депутаты булараҡ, Флорис Риф улы ауылдаштарын борсоған мәсьәләләргә лә битараф ҡалмай. Кәшкәләү ауыл советы йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, байрам сараларында йыш ҡына ярҙам күрһәтә. Быйыл эшҡыуар Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығынан рәхмәт хаты алды, тип хәбәр итә Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото – Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.