+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Ноябрь 2022, 15:25

“Аҡыллы” спорт майҙансығы

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 33-сө мәктәбе биләмәһендә урынлашҡан ул. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 33-сө мәктәбе биләмәһендә урынлашҡан  ул.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Майҙансыҡ сымһыҙ локаль Wi-Fi селтәре, смартфон аша дәрестәргә күсеү мөмкинлеге биргән махсус QR-кодтар менән тәьмин ителгән. Шуға ла уны “аҡыллы” тип йөрөтәләр.

Спорт майҙансығының ҙурлығы 4922 квадрат метр тәшкил итә. Бында хоккей уйнау урыны, баскетбол, волейбол майҙансыҡтары, теннис өҫтәле, йүгереү юлы, балалар һәм ололар өсөн воркаут зоналары бар.

“Стәрлетамаҡта спорттың күп төрҙәре  үҫешкән. Әле булған майҙансыҡтар буш тормай. Был майҙансыҡ та олоһон да, кесеһен дә йыйыр урын булып  торор. Бындай “аҡыллы” спорт майҙансығы ҙур еңеүҙәргә башланғыс һалыр, – ти ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов.

Фото – Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: