-4 °С
Ясна
Милли проекттар
14 Ноябрь 2022, 11:13

Уҡыусыларға бүләк

Краснокама районы Ҡарый ауылы мәктәбендә яңыртылған спорт залы һис ҡасан буш тормай. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡыусыларға бүләкУҡыусыларға бүләк
Уҡыусыларға бүләк

Краснокама районы Ҡарый ауылы мәктәбендә яңыртылған спорт залы һис ҡасан буш тормай.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

“Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты сиктәрендә эштәрҙе “Главстрой” ойошмаһы башҡарҙы, тип хәбәр итә Краснокама районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Физкультура дәрестәре һәм түңәрәктәр үткәреү өсөн бар кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған иркен,  яҡты спорт залына инеү менән балаларҙың йөҙөнә йылмайыу сыға. Уҡыусылар спорт секцияларына даими йөрөй.

Мәктәп спорт залын яңыртыу үҫеп килгән быуындың физик үҫешенә, һаулығын нығытыуға булышлыҡ итә.

– Балалар спорт залына килергә ынтылып ҡына тора. Мини-футбол, волейбол, теннис, башҡа төрлө спорт уйындары менән шөғөлләнергә башланғыс клас балалары ла, үҫмерҙәр ҙә теләп йөрөй, – ти уҡытыусы Алексей Алексеев.

Фото – Краснокама районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.   

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас