+2 °С
Облачно
Милли проекттар
11 Ноября 2022, 10:05

Ниндәй урамдар ремонтлана?

Өфө ҡалаһы юл хеҙмәттәре киләһе миҙгелгә әҙерлек башланы ла инде.  2023 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса йүнәтеләсәк объекттарҙың исемлеге билдәле. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Ниндәй урамдар ремонтлана?Ниндәй урамдар ремонтлана?
Ниндәй урамдар ремонтлана?

Өфө ҡалаһы юл хеҙмәттәре киләһе миҙгелгә әҙерлек башланы ла инде.  2023 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса йүнәтеләсәк объекттарҙың исемлеге билдәле.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Исемлеккә Галле ҡалаһы исемендәге (Зорге урамынан Октябрь проспектына тиклем), Л. Толстой, Менделеев (Обь урамынан алып Ҡариҙел урамына хәтлем), Рига, Шәфиев (Парк урамынан башлап Р.Зорге урамынаса) урамдары ингән. Бынан тыш, Яңы Рәсәй урамында ла эштәр планлаштырылған. Элекке йылдарҙа башланған эштәр ҙә дауам ителә.

Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып 130 юл селтәре участкаһы нормаға килтерелгән.

2022 йылда 17 объектта яңыртыу эштәре барҙы, уларҙың оҙонлоғо 23 саҡрымдан ашыу, тип хәбәр итә  Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас