+1 °С
Ясно
Милли проекттар
2 Ноября 2022, 07:50

Ярты миллион һум алғың киләме?

Өфөлә социаль эшҡыуарҙар 100 мең һумдан 500 мең һумғаса грант алыу мөмкинлегенә эйә. Грант алыу өсөн шарттар ошондай: #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Ярты миллион һум алғың киләме?Ярты миллион һум алғың киләме?
Ярты миллион һум алғың киләме?

Өфөлә социаль эшҡыуарҙар 100 мең һумдан 500 мең һумғаса грант алыу мөмкинлегенә эйә.

Грант алыу өсөн шарттар ошондай:

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Грант алыу өсөн шарттар ошондай:

- ғариза биреүсе проектты тормошҡа ашырыуға киткән сығымдың 25 проценттан кәм булмаған өлөшөн финанслай;

- ғариза биреүсе йыл һайын (грант алған йылдан һуң килгән йылдан башлап өс йыл дауамында) социаль предприятие статусын раҫлау тураһында йөкләмә алыуы;

- ғариза биреүсенең грант биреү тураһында килешеү төҙөү өсөн электрон һанлы имзаһы булыуы;

- беренсегә социаль эшҡыуар итеп танылған ғариза биреүсенең заявка биреү ваҡытына тиклем йыл дауамында социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыу буйынса Башҡортостан Республикаһының кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы йәки Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорацияһы ойошторған  белем биреү йәки акселерация программаһы сиктәрендә  уҡыуы, йәки социаль преприятие статусын раҫлаған ғариза биреүсенең социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә элек булдырған проектын тормошҡа ашырыуы.

Ғаризалар 1 – 15 ноябрҙә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95, 342-се,350-се кабинеттар) ҡабул ителә, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Мәғлүмәт өсөн телефондар: +7(347) 218-12-58, +7(347) 218-08-26. Электрон почта: biznestur@bashkortostan.ru.

Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн һылтанма: : https://biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/491860.

Гранттар “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә бүленә.

Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас