

Туймазынан Алһыу Ханнанова улы тыуғас та уға бәпестәр өсөн гимнастика эшләй башлай. Ғәҙәти күнекмәләргә һыуҙа башҡарыла торғандарын да өҫтәй. Һөҙөмтәләр ҡыуандыра: бәләкәсенең йоҡоһо яҡшыра, эсе ауыртыуы кәмей, үҙен әүҙемерәк тота. Быны күреп, ҡатында бәпестәр өсөн йөҙөү үҙәге асыу идеяһы тыуа. 2020 йылда Алһыу Ханнанова эшҡыуар булып китә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Эште башлағанда бәләкәс ванналар ҡулланалар. Тик бында 15 айға тиклем сабыйҙар менән генә шөғөлләнергә мөмкинлек була. Күнекмәләрҙең файҙаһын күргәнс ата-әсәләр ҙурыраҡ балаларын да алып килергә теләй.
Алһыу иркен бина таба, йүнәттерә, кәрәкле йыһаздар ала. 18 октябрҙә яңы аквацентр үҙ ишектәрен аса. Хәҙер был үҙәккә өс айҙан алып ете йәшкәсә балаларҙы алып килергә мөмкинлек бар.
Май айында Алһыу район хакимиәте үткәргән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнаша. Социаль эшҡыуар булараҡ дәүләттән финанс ярҙам ала. Был аҡсаны ул бассейн өсөн ҡорамалдар алыуға тотона. Бөгөн “Акуленок” ғаилә акваүҙәге ойоштороусыһы һәм етәксеһе Алһыу Ханнанова – Башҡортостан эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы ағзаһы.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәре “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. 2022 йылда районыбыҙҙа 22 эшҡыуар социаль бизнесты үҫтереү өсөн ярҙам алды, был маҡсатҡа 10,7 миллион һум аҡса бүленде, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото – Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.