+9 °С
Ясно
Милли проекттар
28 Октября 2022, 11:08

Социаль эшҡыуарлыҡҡа иғтибар ҙур

10 ноябрҙә Өфөлә социаль эшҡыуарлыҡ буйынса төбәк-ара форум үтә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Социаль эшҡыуарлыҡҡа иғтибар ҙурСоциаль эшҡыуарлыҡҡа иғтибар ҙур
Социаль эшҡыуарлыҡҡа иғтибар ҙур

10 ноябрҙә Өфөлә социаль эшҡыуарлыҡ буйынса төбәк-ара форум үтә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Форумда бизнес, власть вәкилдәре, коммерция булмаған ойошмалар, социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә спикерҙар, федераль кимәлдә эксперттар был өлкәләге проблемалар һәм мөмкинлектәр тураһында һөйләшә, уңышлы бойомға ашырылған миҫалдар менән таныштыра, тәжрибә уртаҡлаша, тип хәбәр итә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ойошторола.

– Әле Башҡортостан социаль эшҡыуарҙары реестрына 393 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты инә. Социаль эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеге бик әһәмиәтле һәм кәрәкле. Башҡортостанда социаль бизнестың үҫешенә ҙур иғтибар бирелә, социаль эшҡыуарҙар һәм социаль предприятиелар һанын арттырыуға йүнәлтелгән саралар бойомға ашырыла, – ти БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министы Рөстәм Афзалов.

Сараны ойоштороусылар: БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, БР Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы, “Минең бизнесым” үҙәге.

Ҡатнашыу өсөн форумдың сайтында һылтанма ( https://ufa-socialdrive.ru/#reg)   буйынса  теркәлеү кәрәк.  

Шулай уҡ социаль эшҡыуар булған  бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре күргәҙмә экспозицияһында һәм нетворкинг сессияһында ҡатнаша, форумдың сайтында (https://ufa-socialdrive.ru/)  үҙ эше хаҡында һөйләй, предприятиеһы тураһында мәғлүмәт бирә ала.

Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас