

Ҡариҙел районы үҙәк китапханаһының LIBRARY-ирекмәне Самира Вәлиуллина федераль кимәлдә модель китапханаларҙың йөҙө итеп билдәләнде.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Ирекмән ҡыҙыҡай модель китапханаға даими йөрөй, бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Самира Ҡариҙелдең 2-се урта мәктәбендә 4-се класта уҡый. Медиамәктәптә, каратэ менән шөғөлләнә, ярыштарҙа ҡатнаша. Әлбиттә, китап уҡырға ярата.
Самираның фотоһы менән пост бөтә ил буйынса таралды. Юғары оҫталығы өсөн фотограф Настя Скверникҡа рәхмәтлебеҙ, тип хәбәр итә Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Башҡортостанда 324 модель китапхана эшләй. Уларҙың 14-е – “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырылған яңы быуын модель китапханаһы. Бында хеҙмәткәрҙәр һәр саҡ ярҙамға әҙер. Китапханаларҙа уларға эш, һөнәри үҫеш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла.
Фото – Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.