+9 °С
Облачно
Милли проекттар
25 Октября 2022, 04:40

Ишектәре ябылмаһын

Бишбүләк районының Сиҙәкбаш ауылында капиталь йүнәтеүҙән һуң мәҙәниәт йорто асылды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Ишектәре ябылмаһынИшектәре ябылмаһын
Ишектәре ябылмаһын

Бишбүләк районының Сиҙәкбаш ауылында капиталь йүнәтеүҙән һуң мәҙәниәт йорто асылды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Ремонт эштәре “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль программаһы сиктәрендә башҡарыла.

2021 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа тура линиянан ижади коллектив етәксеһе Инна Никифорова ауыл мәҙәниәт йортонда ремонт эштәрен тамамлау тураһында һорап мөрәжәғәт итә.

Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов ауыл халҡын ҡотлап, әүҙемлек өсөн рәхмәтен еткерә. “Мәҙәниәт йәшәргә тейеш! Клуб ишектәре һис ҡасан ябылмаһын, ул ауылдың патриотизм үҙәге булып торор, тип өмөт итәм”, – ти ул.

“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуға – 3 658 200, 2022 йылда 7 268 250  һум аҡса бүленгән. 2023 йылда “Берҙәм Рәсәй” партияһы проекты сиктәрендә махсус ҡорамалдар, костюмдар һәм йыһаз алыу планлаштырыла, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Сиҙәкбаш ауылы мәҙәниәт йортонда халыҡ театры, вокаль төркөмө, фольклор коллективы эшләй. Балалар өсөн түңәрәктәр һәм оло йәштәгеләргә спорт секциялары ла бар. Бынан тыш, клуб бинаһында китапхана менән тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшө лә урынлашҡан.

Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас