+7 °С
Облачно
Милли проекттар
25 Октября 2022, 07:30

Афарин, атайҙар!

Башҡортостанда 38 ир-азамат “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы лауреаты булды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Афарин, атайҙар!Афарин, атайҙар!
Афарин, атайҙар!

Башҡортостанда 38 ир-азамат “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы лауреаты булды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

2022 йылда конкурсҡа 54 муниципаль берәмектән 218 ғариза килде. Бәйге еңеүсеһе итеп 38 ир-азамат билдәдәнде, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Финалға сыҡҡан һәр кемгә “Атай ҡаһарманлығы”билдәһе тапшырыла, “Ассы” шифаханаһына ял көнө турына сертификат  менән бүләкләнә.  Бынан тыш, 10 кеше республиканың 5 шифаханаһында ете көнгә шифахана-курорт хеҙмәттәренә юллама менән бүләкләнә.

“Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы тарафынан 2020 йылдың 27 февралендә балалар тәрбиәләгән, сәләмәт тормош рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн шарттар булдырған, йәмғиәттә әхлаҡи ҡиммәттәрҙе яҡшыртыуға өлөш индергән, муниципаль берәмектәр һәм республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙың хеҙмәтен хуплау маҡсатында булдырылған. 2020 йылда тәүге конкурсҡа 106 ғариза ҡабул ителгән, 27 атай наградаға лайыҡ булған. Ә 2021 йылда иһә 184 ғариза ҡабул ителеп, 27 атай еңеүсе тип танылған.

Фото –  БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас