+7 °С
Облачно
Милли проекттар
21 Октября 2022, 08:14

Сифатҡа тоғролар

1992 йылда барлыҡҡа килгән “Матур” компанияһы бөгөн үҙ селтәрен булдырған. Стәрлетамаҡта өс гастрономы, биш кафеһы, Өфөлә өс сауҙа нөктәһе, ете буфеты, өс гастрономы булған ойошмала барыһы 500 кеше эшләй. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Сифатҡа тоғроларСифатҡа тоғролар
Сифатҡа тоғролар

1992 йылда барлыҡҡа килгән “Матур” компанияһы бөгөн үҙ селтәрен булдырған. Стәрлетамаҡта өс гастрономы, биш кафеһы, Өфөлә өс сауҙа нөктәһе, ете буфеты, өс гастрономы булған ойошмала барыһы 500 кеше эшләй.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

“Өй йылыһы”, “хәстәрлек” тигәндә  һәр саҡ хуш еҫле, күпереп бешкән икмәкте, тәмлекәстәрҙе, таҙалыҡты һәм йылылыҡты, ә иң мөһиме – бер-береңә һаҡсыл ҡарашта мөғәмәләне күҙ алдына килтерәбеҙ.  Азат һәм Алмас Мәҡсүтовтарҙың “Матур” компанияһына тап килә был һүҙҙәр”, – ти Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, бизнес-шериф Артур Әсәҙуллин. Ул  “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә был ойошмаға барҙы.

Мәҡсүтовтар халыҡтың тормош рәүешен яҡшыртыу яҡлы, улар кешеләрҙең һаулығына һаҡсыл ҡарашта. Бары үҙҙәре етештергән һәм ышаныслы етештереүселәрҙән юғары сифатлы продукция тәҡдим итәләр. Бында хәләл ит ҡулланыла, кондитер әйберҙәре өсөн маргарин тотонолмай. Сифатҡа тоғро булғанда ғына тормошобоҙ йәмгә тулыр, тигән фекерҙә улар.

Фото – Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас