+23 °С
Ясно
Милли проекттар
18 Октября 2022, 04:21

Атайҙар һәм балалар – сәләмәт тормош яҡлы

Яңауыл районы “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында атайҙарҙан һәм балаларҙан торған ғаилә командалары араһында спорт фестивале үтте. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Атайҙар һәм балалар – сәләмәт тормош яҡлыАтайҙар һәм балалар – сәләмәт тормош яҡлы
Атайҙар һәм балалар – сәләмәт тормош яҡлы

Яңауыл районы “Юность” физкультура-һауыҡтырыу комплексында атайҙарҙан һәм балаларҙан торған ғаилә командалары араһында спорт фестивале үтте.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Ҡатнашыусылар ГТО комплексы күнекмәләрен үтәй, таҫыллыҡта, тиҙлектә, көслөлөктә, сыҙамлыҡта ярыша. 

Спорт ҡомары менән бергә берҙәмлек, татыулыҡ хөкөм һөрә залда. Сарала ГТО билдәләре лә тапшырыла.

БР Йәмәғәт палатаһы йыл һайын  “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына республика конкурсы үткәрә. Сара сиктәрендә Атайҙар советы ағзалары Рәфис Миңлеғәлиевҡа һәм Руслан Муллахмәтовҡа “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы тапшырҙы.

“Демография” милли проекты сиктәрендә Яңауыл районында физик культура, спорт  менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыла, яҡшыртыла, тип хәбәр итә “Юность” физкультура-һауыҡтырыу комплексы хеҙмәткәрҙәре. Әүҙем тормош рәүешенә иғтибар биреү һөҙөмтәһендә йылдан-йыл спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һаны арта.

Фото – “Юность” физкультура-һауыҡтырыу комплексы.

Атайҙар һәм балалар – сәләмәт тормош яҡлы
Атайҙар һәм балалар – сәләмәт тормош яҡлы
Атайҙар һәм балалар – сәләмәт тормош яҡлы
Атайҙар һәм балалар – сәләмәт тормош яҡлы
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас