-4 °С
Облачно
Милли проекттар
12 Октября 2022, 08:30

“Йыл эшҡыуары – 2022”

– Был конкурс Башҡортостанда 2005 йылдан башлап үткәрелә. Бөгөн бәйге – эшҡыуарҙар ярышы ғына түгел, уңышҡа ирешкән бизнес вәкилдәренең осрашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙыу  урыны ла ул. Әлеге ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа был айырыуса мөһим, – тип билдәләй Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
“Йыл эшҡыуары – 2022”“Йыл эшҡыуары – 2022”
“Йыл эшҡыуары – 2022”

– Был конкурс Башҡортостанда 2005 йылдан башлап үткәрелә. Бөгөн бәйге – эшҡыуарҙар ярышы ғына түгел, уңышҡа ирешкән бизнес вәкилдәренең осрашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙыу  урыны ла ул. Әлеге ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа был айырыуса мөһим, – тип билдәләй Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Конкурста республикала теркәлгән, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына индерелгән шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәр ҡатнаша ала, тип хәбәр итә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ойошторған “Йыл эшҡыуары – 2022” республика бәйгеһе 12 октябрҙән 30 ноябргә тиклем бара. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә алып барылған конкурс һөҙөмтәләре буйынса номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнә. Ентекле мәғлүмәт менән положениела  танышырға мөмкин.

Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас