+10 °С
Ясно
Милли проекттар
12 Октября 2022, 11:22

Кеше өҙөлмәй

Социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа тотонорға, яңы килем сығанағы булдырырға ярҙам итә. Күмертау ҡалаһында йәшәгән Рәзилә Нуғаева 2021 йылдың мартында бизнес-идеяһын яҡлап,  адреслы социаль ярҙам менән эшҡыуарлыҡҡа тотона. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Кеше өҙөлмәйКеше өҙөлмәй
Кеше өҙөлмәй

Социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа тотонорға, яңы килем сығанағы булдырырға ярҙам итә. Күмертау ҡалаһында йәшәгән Рәзилә Нуғаева 2021 йылдың мартында бизнес-идеяһын яҡлап,  адреслы социаль ярҙам менән эшҡыуарлыҡҡа тотона.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

– Өләсәйем дә, әсәйем дә һәр саҡ икмәк, бауырһаҡ, сәк-сәк, печенье, торт, башҡа милли ҡамыр ризыҡтары бешерҙе. Мин гел уларға ярҙам иттем, оҫталығын үҙемә һеңдереп йөрөнөм, – тип бүлешә Рәзилә Фәрйән ҡыҙы.

2009 йылда буласаҡ эшҡыуар инженер-технолог һөнәре ала. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң был һөнәре буйынса эшләй. Әле тормош иптәше Рөстәм менән ике бала үҫтерәләр. “Мин бешергәнде иң беренсе ғаиләм тәмләп ҡарай. Бизнес асырға ирем тәҡдим итте, ул һәр яҡлап ярҙам итә, уға бик рәхмәтлемен. Бына инде йылдан ашыу һатып алыусылар өсөн дә бешерәм”, – ти йүнсел ҡатын.

“Нуга” тип аталған икмәкханала ул үҙе технолог та, икмәк бешереүсе лә, һатыусы ла. Икмәк бешереү урыны менән магазин бер ерҙә урынлашҡан, бында һәр саҡ тәмле еҫтәр саҡырып тора.

Икмәкханаға Ырымбурҙан технологтар квалификация күтәреү өсөн килә. Технолог булараҡ, Рәзилә “Е” хәрефе менән билдәләнгән ингредиенттарҙы ҡулланмаҫҡа тырыша. Быйыл ул аҙыҡ-түлек ассортиментын арттырып, кафетерий аса. Тәмлекәстәр менән сәй эсергә инеүселәр артҡандан арта, тип хәбәр итә Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә алып барыла.

Фото – Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Кеше өҙөлмәй
Кеше өҙөлмәй
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас