-4 °С
Ясно
Милли проекттар
7 Октября 2022, 05:38

Шиғыр-биатлонда ҡатнашҡанығыҙ бармы?

Ҡариҙел Үҙәк район модель китапханаһы үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы ярыш ойоштора. “Шиғыр-биатлон” тип аталған әҙәби-спорт марафонында ҡатнашыусылар старт алдынан ҙур булмаған шиғыр ала, дистанцияны йүгереп үткәнсе шиғырҙы ятлай һәм финишта уны һөйләй. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Шиғыр-биатлонда ҡатнашҡанығыҙ бармы?Шиғыр-биатлонда ҡатнашҡанығыҙ бармы?
Шиғыр-биатлонда ҡатнашҡанығыҙ бармы?

Ҡариҙел Үҙәк район модель китапханаһы үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы ярыш ойоштора. “Шиғыр-биатлон” тип аталған әҙәби-спорт марафонында ҡатнашыусылар старт алдынан ҙур булмаған шиғыр ала, дистанцияны йүгереп үткәнсе шиғырҙы ятлай һәм финишта уны һөйләй.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Китап уҡыу ҙа, йүгереү ҙә иҫ киткес файҙалы, ә икеһен бергә ҡушһаң, әҙәби-спорт сараһы килеп сыға, тип хәл итә китапхана хеҙмәткәрҙәре.  Сара Йәштәр паркында үтте, тип хәбәр итә Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Ҡыҙыҡлы ярышта 6-сы синыф уҡыусыһы Матвей Сидоров еңеп сыға. Бар ҡатнашыусылар ҡәнәғәт, күңелле кәйефтә таралыша.

“Бер ауырлығы ла юҡ, йүгерҙең – ятланың, бүләккә яңы ҡыҙыҡлы китап оттоң!” – тип бүлешә 8-се класс уҡыусыһы Марсель Шәмсеуаров.

Ҡариҙел Үҙәк район модель китапханаһы “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырыла.

 

Фото – Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 

Шиғыр-биатлонда ҡатнашҡанығыҙ бармы?
Шиғыр-биатлонда ҡатнашҡанығыҙ бармы?
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас