

Учалы ҡалаһында Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөнә арналған акцияға 380 кеше ҡушылды. Иң оло ҡатнашыусыға – 70, иң йәшенә – ике генә йәш.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
“Тормошҡа табан 10000 аҙым” Бөтә Рәсәй акцияһының төп маҡсаты үҙгәрмәй – һаулыҡ һәм физик торош өсөн идеаль булған иң тәбиғи һәм түләүһеҙ физик әүҙемлек булараҡ йәйәү йөрөүҙе популярлаштырыу.
“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” төбәк проекты сиктәрендә үткәрелгән сара спорт аэробикаһы сығыштары, викторина, балалар өсөн “Күңелле старттар” менән байытылды, тип хәбәр итә Учалы ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитеты.
Бөтә ил халҡын берләштергән сара йыл һайын уҙғарыла.
Фото – Учалы ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитеты.