+7 °С
Болотло
Милли проекттар
4 Октябрь 2022, 10:35

Әкиәттәрҙе яҡшы беләһеңме?

Ҡариҙел ауыл үҙәк модель китапханаһында беренсе синыф уҡыусылары өсөн “Әкиәт баттлы” үтте. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Әкиәттәрҙе яҡшы беләһеңме?Әкиәттәрҙе яҡшы беләһеңме?
Әкиәттәрҙе яҡшы беләһеңме?

Ҡариҙел ауыл үҙәк модель китапханаһында беренсе синыф уҡыусылары өсөн “Әкиәт баттлы” үтте.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

2-се мәктәп уҡыусылары тылсымлы, мөғжизәле әкиәт донъяһына сумды. Ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашыуҙары тураһында барыһына ла сертификат тапшырылды, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

“Уйын формаһында балалар әҙәбиәт өлкәһендә белемдәрен нығыта. Әкиәттең мөһимлеген әйтеп тороу кәрәкмәйҙер ҙә, улар  китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уята, хәтерҙе яҡшырта”, – ти башланғыс класс уҡытыусыһы Фәйрүзә Мөхәтйәрова.  

Үҙәк модель китапханаһы “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылған. Модель китапхана – күп функциялы мәғлүмәт-мәҙәниәт һәм мәғариф-ағартыу үҙәге ул.  Бөгөнгө көнгә тиклем Башҡортостан Республикаһында 14 яңы быуын китапханаһы булдырылған, тағы ла киләһе йылда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә яңыртыуға ике китапхана еңеүсе тип билдәләнгән.

Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас