0 °С
Облачно
Милли проекттар
29 Сентября 2022, 09:58

Эшҡыуарҙарҙы нимә борсой?

Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил эшҡыуарҙар өсөн вебинар ойошторҙо. Ул өлөшләтә мобилизация барышында эшселәрҙе саҡырыу мәлендә эш биреүселәрҙең бурыстарын аңлатыу маҡсатында үткәрелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эшҡыуарҙарҙы нимә борсой?Эшҡыуарҙарҙы нимә борсой?
Эшҡыуарҙарҙы нимә борсой?

Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил эшҡыуарҙар өсөн вебинар ойошторҙо. Ул өлөшләтә мобилизация барышында эшселәрҙе саҡырыу мәлендә эш биреүселәрҙең бурыстарын аңлатыу маҡсатында үткәрелде.

 

Сарала БР дәүләт хеҙмәт инспекцияһы һәм БР буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығы вәкилдәре ҡатнашты, улар эшҡыуарҙарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Бизнес-омбудсмен Флүр Әсәҙуллин вебинарҙың модераторы булды.

– Эшҡыуар мобилизацияланғанда уның бизнесына теге йәки был кимәлдә зыян килгәнен барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Бурыстар, һалым һәм башҡа түләүҙәр түләнмәй ҡала. Был хәлде булдырмаҫ өсөн, әле федераль кимәлдә өҫтәмә хоҡуҡ механизмдары ҡабул ителә һәм эшләнә. Вәкил аппаратына эшҡыуарҙарҙан был мәсьәлә буйынса күп һорауҙар килә. Вебинар сиктәрендә башҡа ведомстволарҙан коллегаларым менән бергә уларҙың һорауҙарына яуап бирергә тырыштыҡ, – ти Флүр Әсәҙуллин.

Сара барышында өлөшләтә мобилизация менән бәйле эшҡыуарҙарҙы борсоған иң көнүҙәк темалар яңғыраны. Вебинарҙа ҡатнашыусыларҙы предприятиеның эшмәкәрлеген туҡтатыу, һалым, пенсия һәм страховка түләүҙәре менән бәйле һорауҙар бирҙе. Шулай уҡ эшҡыуарҙар хеҙмәткәрҙәрҙе ниндәй тәртиптә эштән ебәрергә, заказсылар, килешеүҙәр буйынса бурыстар менән ни эшләргә икәнлеген белеште.

Эшҡыуарҙарҙың һорауҙарына ентекле яуаптар бирелде. Мәҫәлән, дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, мобилизацияланған шәхси эшҡыуарҙарҙың хеҙмәткәрҙәрҙе эштән китеүе тураһында ике ай алдан иҫкәртергә бурысы юҡ, пособие түләргә лә тейеш түгелдәр. БР буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығы белдереүенсә, шәхси эшҡыуарлыҡтың ябылыуы тураһында ғаризаны һалым инспекцияһына күп функциялы үҙәк йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ебәрергә була, әммә уға үҙең имза ҡуйырға кәрәк.  

Вебинар барышында бирелгән барлыҡ һорауҙарҙы Вәкил контролгә алды, ҡайһы берәүҙәре буйынса өҫтәмә мәғлүмәттәр һораны. Вебинарҙың видеояҙмаһын ошо   һылтанма буйынса ҡарай алаһығыҙ: һылтанма.

  Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилгә ҡабул итеүгә яҙылырға йәки һорау менән мөрәжәғәт итергә теләүселәр өсөн телефон: +7(347)218-18-18, электрон почта адресы: business@bashkortostan.ru. Бынан тыш, эшҡыуарҙар бизнестың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линияға шылтырата ала: +79174001818.

БР дәүләт хеҙмәт инспекцияһы ҡыҙыу линияһы: +7(347)277-87-02.

БР буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығы ҡыҙыу линияһы: +7(347)226-37-88.

Фото һәм сығанаҡ – Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:
Читайте нас