-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Сентябрь 2022, 12:25

Беренселекте бирмәй

Стәрлетамаҡ ҡалаһында еңел атлетика  буйынса республика чемпионаты үтте. Дүртөйлө ҡалаһының Н. Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ирина Елисоваға етеүсе булманы. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Беренселекте бирмәй
Беренселекте бирмәй

Стәрлетамаҡ ҡалаһында еңел атлетика  буйынса республика чемпионаты үтте. Дүртөйлө ҡалаһының Н. Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ирина Елисоваға етеүсе булманы.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Сара “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” федераль проекты маҡсаттарын тормошҡа ашыра, тип хәбәр итә Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Н. Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ирина Елисоваға етеүсе булманы. Тәүҙә ике саҡрым арала барыһын артта ҡалдырҙы. Икенсе көндө Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһына һайлауҙы үтте. Шулай уҡ бер километрлыҡ араны ла иң беренсе булып йүгерҙе.

5-се мәктәп уҡыусыһы Камил Йыһаншин да яҡшы сығыш яһаны. Уға пьедесталға баҫыр өсөн бер генә секунд етмәне, бер саҡрым араға йүгереүҙә ул дүртенсе урынды яуланы. Иванай ауылы мәктәбенән Асҡар Латипов өс саҡрымға йүгереүҙә иң яҡшы алтау иҫәбенә инде. Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Рауил Шәрифйәнов бер саҡрым арала йүгереүҙә бишенсе урында килде.

Уҡыусыларға артабан да уңыштар теләйем. Ә Ирина Елисова Башҡортостандың йыйылма командаһы составында 14 – 16 октябрҙә Ырымбур ҡалаһында үтәсәк Рәсәй беренселегенә йыйына, – ти еңел атлетика буйынса тренер Шамил Йыһаншин.

Фото –  Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: