+17 °С
Ясно
Милли проекттар
26 Сентября 2022, 06:44

Тәү сиратта – хәүефһеҙлек

Өфөлә Ибраһимов бульварында капиталь ремонт тамамланыуға бара. Капиталь йүнәтеү юл япмаһын алыштырыуҙы ғына түгел, бөтә инфраструктураны яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса алып барыла. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәү сиратта – хәүефһеҙлекТәү сиратта – хәүефһеҙлек
Тәү сиратта – хәүефһеҙлек

Өфөлә Ибраһимов бульварында капиталь ремонт тамамланыуға бара. Капиталь йүнәтеү юл япмаһын алыштырыуҙы ғына түгел, бөтә инфраструктураны яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса алып барыла.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Юл ситендәге таштар алмаштырылған, техник полосалар ҡуйылған. Юл полотноһын яңыртыуҙан тыш, электр яҡтыртыуын модернизациялау, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эштәр атҡарылған. Ноябргә тиклем яңы светофор объекттары барлыҡҡа килеүе көтөлә. Юл билдәләре, һыҙыҡтар һыҙылған. Бульвар буйынса һыу үткәреү, канализация, бәйләнеш линиялары, электр селтәрҙәре люктары алмаштырылған.

Ибраһимов бульвары буйынса скверҙа тротуар тулыһынса алыштырылған. Хәрәкәте сикләнгән кешеләргә, коляска һөйрәгән әсәләргә, йөклө ҡатындарға, ололарға  уңайлы булһын  өсөн юл аша сыҡҡан урындарҙа бордюр таштары ер кимәленә тиклем төшөрөлөп, һөҙәкләтелгән.

Муниципаль килешеү нигеҙендә проектты тормошҡа ашырыу ике йылға иҫәпләнгән. Подряд ойошмаһы төҙөү-монтаж эштәренә 2021 йылдың башында тотона, 2022 йылдың дүртенсе кварталында эштәрҙе йомғаҡларға иҫәп тота.

2022 йылда Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты  буйынса барыһы 23,2 саҡрым юл участкаһын нормаға килтереү ҡаралған.

Фото һәм сығанаҡ – Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Тәү сиратта – хәүефһеҙлек
Тәү сиратта – хәүефһеҙлек
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас