+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Сентябрь 2022, 15:40

Ҡәҙерле мираҫ

 “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле  – Әбйәлил районы ғорурлығы. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ҡәҙерле  мираҫ
Ҡәҙерле мираҫ

 “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле  – Әбйәлил районы ғорурлығы.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

 “Йәшлек”  республикала ғына түгел, сит илдәрҙә лә (Австрияла, Германияла, Испанияла, Португалияла, Төркиәлә, Чехословакияла) сығыш яһай. Ансамблде билдәле хореограф, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәйзи Ғәскәров ойошторған.

Фәйзи Ғәскәровтың донъяға килеүенә 110 йыл тулған йылда район мәҙәниәт йортонда талантлы хореографҡа арналған ҙур концерт ойошторола. “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса был концертты бөтә Рәсәй кешеләре ҡарай ала – Культура.РФ  порталында  (һылтанма: https://www.culture.ru/live/broadcast/38414/nasledie-gaskarova-koncert) онлайн трансляция алып барыла.

Райондың халыҡ һәм өлгөлө бейеү коллективтары тамашасылар хөкөмөнә популяр бейеүҙәр ҙә тәҡдим итә, элекке бейеүҙәрҙе лә тергеҙергә иҫәп тота, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге. Һәр сығыш алдынан алып барыусы башҡарыласаҡ бейеүҙең тарихы менән таныштыра. Бейеүҙәр Фәйзи Әҙһәм улы менән эшләү бәхете тейгән кешеләрҙең хәтирәләре менән сиратлашып килә.

Фото – Әбйәлил районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: