+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Сентябрь 2022, 13:10

Тиҙ эшләгәндәр

Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы нормаға килтерелгән. Эштәр ваҡытынан бер айға алда тамамланған. Трассаның Бөрө районы сигенән алып Мишкә районының Сосновка ауылына тиклем өлөшө ремонтланған. Яңыртылған юл оҙонлоғо дүрт саҡрымдан ашыу тәшкил итә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Тиҙ эшләгәндәр
Тиҙ эшләгәндәр

Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы нормаға килтерелгән. Эштәр ваҡытынан бер айға алда тамамланған. Трассаның Бөрө районы сигенән алып Мишкә районының Сосновка ауылына тиклем өлөшө ремонтланған. Яңыртылған юл оҙонлоғо дүрт саҡрымдан ашыу тәшкил итә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса башҡарылған.

Шаран – Яңы Балтас – Андреевка юл участогы ла (оҙонлоғо – ике километр) нормаға килтерелгән. Был маҡсаттарға 20 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

“Милли проект объекттарында ремонт эштәре сифатына айырым иғтибар бүленә, эштәр бер нисә тапҡыр контроль аша үтә, уларҙы башта – подряд ойошмалары үҙҙәре, аҙаҡ – заказсы, шунан Федераль юл агентлығы тикшерә”, – ти Башҡортостандың транспорт һәм  юл хужалығы министры Александр Булушев.

Федераль юл агентлығының ”ИНФОРМАВТОДОР” автомобиль юлдары буйынса мәғлүмәт үҙәге хәбәр итеүенсә,  2022 йылда Башҡортостан Республикаһында  милли проект сиктәрендә 200 саҡрым юл селтәрен нормаға килтереү ҡаралған. Был маҡсатҡа 7,5 миллиард һум аҡса бүленгән, уның 3,6 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан.

Фото – ”ИНФОРМАВТОДОР” автомобиль юлдары буйынса мәғлүмәт үҙәге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: