+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Сентябрь 2022, 09:34

Мауыҡтырғыс интеллектуаль уйындар

 “Дуҫтарым менән команда уйындарында, интеллектуаль ярыштарҙа  ҡатнашырға яратам. Бында күңелле, мауыҡтырғыс етди ярыштар уйын-көлкө менән аралаштырып алып барыла. Брейн-система һәр сараны ысын шоуға әйләндерә. Китапханасыларға ошондай саралар үткәргәне өсөн рәхмәт”, – ти Наумовка мәктәбенең 8 синыф уҡыусыһы Сыңғыҙ Мәхмүтов. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Мауыҡтырғыс интеллектуаль уйындар
Мауыҡтырғыс интеллектуаль уйындар

 “Дуҫтарым менән команда уйындарында, интеллектуаль ярыштарҙа  ҡатнашырға яратам. Бында күңелле, мауыҡтырғыс етди ярыштар уйын-көлкө менән аралаштырып алып барыла. Брейн-система һәр сараны ысын шоуға әйләндерә. Китапханасыларға ошондай саралар үткәргәне өсөн рәхмәт”, – ти Наумовка мәктәбенең 8 синыф уҡыусыһы Сыңғыҙ Мәхмүтов.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылы модель китапханаһына командалы интеллектуаль уйындар ойоштороу өсөн ҡорамалдар йыйылмаһы алынды.

Брейн-система төрлө төҫтәге шарҙар, төймәләр ҡуйылған  биш өҫтәлдән, һанлаштырылған электрон таблонан, идара итеү пультынан тора.  Ҡорамалдар алып барыусыға уйын барышында иғтибарҙы башҡаға йүнәтмәҫкә булыша, мәрәйҙәрҙе һанауҙы еңелләштерә, уйындар  ҡыҙығыраҡ үтә, тип хәбәр итә  Стәрлетамаҡ районының үҙәкләштерелгән китапхана системаһы.

Ҡорамал әүҙем ҡулланыла, брейн-ринг, шулай уҡ Пушкин картаһы программаһы сиктәрендә А.С Пушкиндың тыуған көнөнә арналған “Наше все” мәҙәни квизы, тәүге рус императорының тыуыуына 350 йыл тулыуға арналған “Бөйөк Петр I”, “МозгоParty” һәм “МозгоParty II” квиздары ойошторолған. Октябрь айында  “Квиз. Плиз” интеллектуаль уйыны үткәреү планлаштырылған.

Фото –  Стәрлетамаҡ районының үҙәкләштерелгән китапхана системаһы.

Мауыҡтырғыс интеллектуаль уйындар
Мауыҡтырғыс интеллектуаль уйындар
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: