+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Сентябрь 2022, 12:07

Күңелле сәйәхәттәр

Октябрьский ҡалаһында “Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм” проектында 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Күңелле сәйәхәттәр
Күңелле сәйәхәттәр

Октябрьский ҡалаһында “Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм” проектында 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Быйыл оло йәштәге туристар Туймазы районындағы “Бабай утары” этнографик комплексында, Өфөнөң тарихи үҙәгендә булды, теплоходта йөрөнө, Ғафури районындағы “Башҡортостан йөрәге” этно-туристик комплексына барҙы, тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 “Өфөгә ваҡытында барып еттек, бик матур ике ҡатлы автобус ҡаршы алды. Асыҡ күңелле, үҙ ҡалаһына ғашиҡ гидыбыҙ Ирина менән ваҡыттың үткәне һиҙелмәне лә. Милли музейҙан һуң төшкө аш көтә, артабан теплоходта йөрөнөк. Был программаны уйлап тапҡан, ойошторған барыһына ла ҙур рәхмәт!” – тип бүлешә Резеда Милич.

“Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм” проектында ҡатнашыу өсөн  https://долголетие.соцтуризмрб.рф/ сайтында теркәлергә һәм турҙы һайларға кәрәк.  

Фото –  Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.  

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: