+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Сентябрь 2022, 12:14

Сәләмәтлек клубы

Асҡын районы хакимиәтендә үткән ҡатын-ҡыҙҙар советы ултырышында көн тәртибенә ҡуйылған төп һорауҙарҙың береһе “Сәләмәтлек клубы” асыу булды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Сәләмәтлек клубы
Сәләмәтлек клубы

Асҡын районы хакимиәтендә үткән ҡатын-ҡыҙҙар советы ултырышында көн тәртибенә ҡуйылған төп һорауҙарҙың береһе “Сәләмәтлек клубы” асыу булды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Асҡын районында Рәсәй президенты гранты иҫәбенә “Буласаҡ әсәйҙең һаулығы” проектын тормошҡа ашырыу ҡарала. “Сәләмәтлек клубы” ошо проект, шулай уҡ “Демография” милли проекты сиктәрендә булдырыла, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Сәләмәтлек клубы булдырыуҙың төп маҡсаты – халыҡтың, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың һаулыҡты һаҡлау мәҙәниәтен арттырыу, сәләмәтлеккә аңлы ҡараш булдырыу, һаулыҡты юғары кимәлдә тотоу.

Ултырыш сиктәрендә “Буласаҡ әсәйҙең һаулығы” проекты буйынса йыл аҙағына тиклем үткәреләсәк саралар хаҡында һөйләшәләр. Улар араһында табип менән бергә ял итеү, әңгәмәләр, спорт саралары һ.б. бар.

Шулай уҡ һаулыҡты һаҡлау һәм нығытыу сараларына өйрәтеү өсөн ун ирекмән һайлана.  

Фото –   Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: