+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Сентябрь 2022, 12:58

Заманса автомобиль йыуыу урыны

Транспорт йыуыу урындары һис ҡасан буш тормай. Автомобилде йыуыу, салонын таҙартыу өсөн сиратта торорға ла тура килә. Шуға ла был эш менән шөғөлләнеү – эшҡыуарлыҡтың килемле төрөлөр. Сибай ҡалаһы йүнселе Азат Биктимеров автомобиль йыуыу урыны булдырырға ниәтләй. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Заманса автомобиль йыуыу урыны
Заманса автомобиль йыуыу урыны

Транспорт йыуыу урындары һис ҡасан буш тормай. Автомобилде йыуыу, салонын таҙартыу өсөн сиратта торорға ла тура килә. Шуға ла был эш менән шөғөлләнеү – эшҡыуарлыҡтың килемле төрөлөр. Сибай ҡалаһы йүнселе Азат Биктимеров автомобиль йыуыу урыны булдырырға ниәтләй.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Автойыуыу урынын асҡандарға шуны иҫәптә тоторға кәрәк: йылдың һәр миҙгелендә бында килеүселәр һаны төрлөсә була. Көҙ һәм яҙ уларҙың һаны артһа, ҡыш көнө кәмей бирә. Эште яйға һалып, кәрәкле ҡорамалдар алырға, хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтергә кәрәк. Автомобиль йыуыу урыны асырға теләгән эшҡыуар Азат Биктимеровты был ауырлыҡтар ҡурҡытмай. Уның проектын тормошҡа ашырыу өсөн инвестиция күләме ике миллион һум тәшкил итә. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған автомобиль йыуыу урынында дүрт кешегә эш урыны булдырыу ҡаралған.  

Проект инициаторы өсөн автойыуыу урыны булдырыуға ер участкаһы алыу мөһим. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә йүнселгә консультация ярҙамы күрһәтелде, тип хәбәр итә Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото – Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: