+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Сентябрь 2022, 14:08

Үҙмәшғүлдәр өсөн

Башҡортостандың INVESTRB.RU  инвестиция порталында үҙмәшғүл статусында теркәлгән кешеләр өсөн мәғлүмәт бите булдырыла. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Үҙмәшғүлдәр өсөн
Үҙмәшғүлдәр өсөн

Башҡортостандың INVESTRB.RU  инвестиция порталында үҙмәшғүл статусында теркәлгән кешеләр өсөн мәғлүмәт бите булдырыла.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

–  Әле беҙ Инвестиция порталында үҙмәшғүлдәр өсөн айырым бит булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ, – тип белдерҙе Башҡортостандың дәүләт идаралығы һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

2022 йылдың сентябрь аҙағында әҙер буласаҡ биттә үҙмәшғүл булып теркәлеүҙең өс ысулы эҙмә-эҙлекле күрһәтелә. Ресурс был категория эшҡыуарҙарҙа тыуған  барлыҡ һорауҙарға яуап биреүҙе күҙ уңында тота.  

Онлайн-сервистарҙы үҫтереү дәүләт идаралығын цифрлаштырыу принциптарының береһе булып тора һәм һанлы иҡтисад булдырыуҙың мотлаҡ шарттарына инә, тип хәбәр итә БР Дәүләт идаралығы һанлы үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте.   

Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталы 2019 йылдан алып эшләй.

Фото –  БР Дәүләт идаралығы һанлы үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте.    

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: