-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Сентябрь 2022, 16:22

“Етендән алып күлдәккә тиклем” проекты – еңеүселәр иҫәбендә

Проекттың маҡсаты – халыҡтың төп кәсептәренең береһе булып торған етен ептән туҡыуҙы тергеҙеү һәм һаҡлау.    #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

“Етендән алып күлдәккә тиклем” проекты – еңеүселәр иҫәбендә
“Етендән алып күлдәккә тиклем” проекты – еңеүселәр иҫәбендә

Проекттың маҡсаты – халыҡтың төп кәсептәренең береһе булып торған етен ептән туҡыуҙы тергеҙеү һәм һаҡлау.   

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ойошторған Икенсе конкурс һөҙөмтәләре буйынса Борай үҙәк район китапханаһының “Етендән алып күлдәккә тиклем” проекты еңеү яуланы. Ул федераль ҡаҙнанан 500 мең һум аҡса ала.

Проект буйынса етен үҫтереү, унан еп, туҡыма, әйберҙәр  әҙерләү технологияларын тергеҙеү ниәтләнә. Етен байрамы фестивале күп милләтле халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен күрһәтергә мөмкинлек бирер, етен әйберҙәр күргәҙмә-йәрминкәһе был кәсепте популярлаштырырға булышлыҡ итер, тип хәбәр итә  Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Проекттың мөһим бурыстарының береһе – боронғо туҡыу станоктарын реставрациялап, эштә ҡулланыу.

“Еңеүселәр исемлегенә инеүебеҙгә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Етен ептән туҡыу – ата-бабаларыбыҙҙың төп кәсептәренең береһе. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡларға, тергеҙергә тырышабыҙ”, – ти Илгиз Харисов.

Фото –  Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: