-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Сентябрь 2022, 15:37

Уҡыу йорто яңыра

2022 йылда Өфөләге 115-се гимназия 55 йыллығын билдәләй. Юбилейға иң ҙур бүләк – реконструкция. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Уҡыу йорто яңыра
Уҡыу йорто яңыра

2022 йылда Өфөләге 115-се гимназия 55 йыллығын билдәләй. Юбилейға иң ҙур бүләк – реконструкция.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Яңыртыу эштәре 2021 йылдың декабрендә “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә башланған.  Бында уҡыу кабинеттары, административ-хужалыҡ биналары, туҡланыу блогы, китапхана, йүгереү юлы, мини-футбол, баскетбол, волейбол, ГТО нормаларын тапшырыу һәм уйын майҙансыҡтары булған стадион ҡаралған. Гимназия заманса компьютерҙар, мультимедия ҡорамалдары менән йыһазландырыла.  

Әле бында эштәр ҡайнай. 1967 йылда төҙөлгән иҫке бинаны реконструкциялау, яңы корпустар төҙөү ҡаралған. Гимназияның майҙаны арта, элек ул 800 урынға иҫәпләнһә, тиҙҙән бында 1225 балаға белем алыу мөмкинлеге тыуа.

Реконструкция эштәре 2022 йыл аҙағына тиклем дауам итә.

Фото –  Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Уҡыу йорто яңыра
Уҡыу йорто яңыра
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: