-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Сентябрь 2022, 14:52

Туризмдың популяр төрө

Миәкә районында тау саңғыһы курорты төҙөлә. Әле республикала 14 тау саңғыһы үҙәге эшләй. Был үҙәктәрҙәге төрлө оҙонлоҡта, ҡатмарлыҡта булған 75 трассаның 19-ы турист объекттарының федераль исемлегенә индерелгән. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Туризмдың популяр төрө
Туризмдың популяр төрө

Миәкә районында тау саңғыһы курорты төҙөлә.

Әле республикала 14 тау саңғыһы үҙәге эшләй. Был үҙәктәрҙәге төрлө оҙонлоҡта, ҡатмарлыҡта булған 75 трассаның 19-ы турист объекттарының федераль исемлегенә индерелгән.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

БР  Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы проектҡа 2021 йылдан алып “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттары сиктәрендә консультация ярҙамы күрһәтә һәм инвесторға Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашырға ярҙам итә.

– Башҡортостан Республикаһында тау саңғыһы туризмы айырым урын алып тора. Быға төбәктең географик үҙенсәлектәре булышлыҡ итә. Мәҫәлән, 2022 йылда яңы йыл каникулында, 1 – 9 ғинуарҙа республиканың тау саңғыһы үҙәктәре 95 меңгә яҡын туристы ҡабул иткән. Бынан тыш, беҙ 2022 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы ун ял курорты иҫәбенә ингәнбеҙ, был исемлектә дүртенсе урынды биләйбеҙ, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Яңы проектҡа дөйөм инвестиция күләме 140 миллион һум тәшкил итә. 35 эш урыны булдырыла. Августа “Альтаир” компанияһы проекты Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекты статусы алды, тип хәбәр итә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

БР  Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы республикала ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған эшҡыуарҙарға, шулай уҡ проектын Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә  индереүгә дәғүә иткән инвесторҙарға  консультация ярҙамы күрһәтә. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге һорауҙарға яуап алыу өсөн республика бизнес-шерифтарына мөрәжәғәт итергә мөмкин, уларҙың телефондары министрлыҡтың сайтында урын алған.

Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: