+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Август 2022, 10:15

Тәбиғәт ҡосағында, бөтә уңайлыҡтар бар

Тәүге глэмпингтар Рәсәйҙә 2014 йылда барлыҡҡа килә. Ҡала ығы-зығыһынан арынып, тәбиғәттә ял итеү өсөн килә бында кешеләр. Шул уҡ ваҡытта бындай ял урынында бар уңайлыҡтар була: таҙа йомшаҡ түшәге лә, аш-һыуы ла, интернет селтәре лә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Тәбиғәт ҡосағында, бөтә уңайлыҡтар бар
Тәбиғәт ҡосағында, бөтә уңайлыҡтар бар

Тәүге глэмпингтар Рәсәйҙә 2014 йылда барлыҡҡа килә. Ҡала ығы-зығыһынан арынып, тәбиғәттә ял итеү өсөн килә бында кешеләр. Шул уҡ ваҡытта бындай ял урынында бар уңайлыҡтар була: таҙа йомшаҡ түшәге лә, аш-һыуы ла, интернет селтәре лә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Халыҡ глэмпингтарҙа ял итеүҙе хуп күрә. Эшҡыуарлыҡтың был төрө һуңғы йылдарҙа бик үҫешә. Сибай ҡалаһынан эшҡыуар Эльвира Ғилмийәрова ла глэмпинг ҡуйырға теләй, тип хәбәр итә Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Уның эшҡыуарлыҡта тәжрибәһе бар: бизнес-инкубатор нигеҙендә туҡыма әйберҙәр етештерә.   

Эльвира Адик ҡыҙы бизнес-план төҙөгән. Глэмпингта мискә-мунса, бассейн, джакузи һәм башҡа ял итеү саралары ҡаралған. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһы кәрәк. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә шәхси эшҡыуарға консультация ярҙамы күрһәтелә.

Фото – Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: