+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Август 2022, 10:57

Ауыл халҡы түҙемһеҙләнеп көтә

Тәтешле районының Шулған ауылы мәҙәниәт йортонда йүнәтеү, төҙөкләндереү эштәре бара. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ауыл халҡы түҙемһеҙләнеп көтә
Ауыл халҡы түҙемһеҙләнеп көтә

Тәтешле районының Шулған ауылы мәҙәниәт йортонда йүнәтеү, төҙөкләндереү эштәре бара.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Әле мәҙәниәт усағының стеналары йылытыла. Бинаның алғы йөҙөн ремонтлауҙы  сентябрь башында тамамларға иҫәп тоталар, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Эштәр “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты сиктәрендә бара.

“Был мөһим эшкә төҙөүселәрҙең яуаплы ҡарауҙарына өмөт итәбеҙ. Яңыртылған мәҙәниәт усағында ауылыбыҙ ғына түгел, районыбыҙ өсөн әһәмиәтле саралар үтер. Ремонт эштәре тамамланыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ”, – ти был ауылда йәшәүсе Раушания Хафиз ҡыҙы.

Фото – Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: