+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Август , 10:30

Спорт – йәшәү рәүеше

Асҡын районында ирекле көрәште үҫтереү ҡарала. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Спорт – йәшәү рәүеше
Спорт – йәшәү рәүеше

Асҡын районында ирекле көрәште үҫтереү ҡарала.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов республиканың Спорт  көрәше федерацияһы вице-президенты Алексей Бятиков, ҡатын-ҡыҙ көрәше буйынса баш тренер Артур Ишмаков, ирекле көрәш буйынса спорт мастеры Ибраһим Умхажиев менән осрашты. Осрашыу барышында Асҡын ауылында ирекле көрәште үҫтереү хаҡында һөйләштеләр. Күнекмәләрҙе Ибраһим Умхажиев үткәрә. Тренерҙы торлаҡ менән дә тәьмин итеү планлаштырыла, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәь-аналитика бүлеге.

Ҡунаҡтар “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды. Бындағы спортты үҫтереү өсөн булдырылған шарттарға һоҡландылар.

“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында бассейн, тренажер, көрәш  залдары бар. Директор Илһам Нурмөхәмәтов етәкселегендә көрәштең үҙ тарихы яҙыла, самбо буйынса донъя чемпиондары, көрәш буйынса турнирҙарҙа еңеүселәр тәрбиәләнә бында. Көрәшселәр өсөн матур яңылыҡ – Башҡортостандың төньяғында тренировкаларға йыйылыу, ирекле көрәш һәм грэпплинг буйынса республика турнирҙары үткәреү өсөн яҡшы база бар”, – тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Алексей Александрович.

Фото – Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в