Башҡортостанда глэмпингтар һаны 38-гә еткән.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы республикала ял итергә теләүселәргә уңайлы булһын өсөн глэмпингтар исемлеген төҙөгән. Унда 38 турист объекты ингән.
“Глэмпинг” һүҙе “гламур” һәм “кемпинг” һүҙҙәре ҡушылыуынан яһалған. Ҡунаҡхана бүлмәһендәге кеүек уңайлыҡтар менән тәбиғәт ҡосағында ял итеү ойоштороуҙы аңлата ул. Унда электр уты үткән, карауаттар һәм башҡа уңайлыҡтар була. Тирмә, палатка, ҡыуыш рәүешендә ойошторолған булыуы мөмкин.
– Ысынлап та, Башҡортостанда экотуризм үҫешә. Төбәгебеҙҙә матур, үҙенсәлекле урындар бик күп, шуға ла бизнестың был төрөндә уңышҡа ирешеү өсөн мөмкинлектәр етерлек. Республикала беренсе глэмпинг 2020 йылда барлыҡҡа килде. Модулле отелдәр селтәре үҫеше туристар һаны артыуына, яңы эш урындары булдырылыуына, ҡаҙнаға һалым күләме артыуына булышлыҡ итә, – ти Рөстәм Афзалов.
Глэмпингтар исемлеге менән БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының сайтында танышырға мөмкин. Документ даими тулыландырып торола.
БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, глэмпингтар асылыуға “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттары буйынса дәүләт ярҙамы ҙур роль уйнай.
Глэмпинг асырға теләгән эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамы буйынса консультация алыу өсөн “Минең бизнесым” үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала. Телефон: +7 (347) 224-99-99. Шулай уҡ бизнес-шерифтарға ла мөрәжәғәт итергә була, уларҙың телефондарын ошо һылтанма буйынса таба алаһығыҙ: һылтанма.
Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.