

Ауырғазы районында бер юлы ике фельдшер-акушер пункты асылды. Балыҡлыкүл һәм Мәнеү ауылдарында йәшәүселәр был көндө көтөп алды.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Яңы ФАП-тар Балыҡлыкүлдә – 470, Мәнеүҙә 321 кешене хеҙмәтләндерә. Зәлиә Иҙрисова менән Нина Афанасьева – тәжрибәле фельдшерҙар, медицина ярҙамын уңайлы шарттарҙа күрһәтеү мөмкинлегенә ҡыуаныстарын йәшермәйҙәр, тип хәбәр итә Ауырғазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Медицина учреждениелары иркен, яҡты, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Барлыҡ коммуникациялар үткән, йылы һыуы ла бар, уңайлы мебель дә ҡуйылған.
ФАП-тар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә асылған.
Фото – Ауырғазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.