+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Август 2022, 12:28

Автоклубтың файҙаһы ҙур

2021 йылда Дыуан районына “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса яңы автоклуб ҡайтарылғайны. Алыҫ ятҡан ауылдарҙа йәшәүселәр концерт, тамашалар ҡарау мөмкинлеге барлыҡҡа килеүенә сикһеҙ шат һәм рәхмәтле. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Автоклубтың файҙаһы ҙур
Автоклубтың файҙаһы ҙур

2021 йылда Дыуан районына “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса яңы автоклуб ҡайтарылғайны. Алыҫ ятҡан ауылдарҙа йәшәүселәр концерт, тамашалар ҡарау мөмкинлеге барлыҡҡа килеүенә сикһеҙ шат һәм рәхмәтле.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Мәҙәниәт-ял итеү үҙәге директоры Алена Цепилова әйтеүенсә, музыкаль арба мәҙәниәт өлкәһендәге күп мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә.

Салғыя ауыл мәҙәниәт йортонда шөғөлләнгән үҙешмәкәр артистар Мәтәүле ауылында концерт программаһы менән сығыш яһаны, тип хәбәр итә Дыуан районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Төрлө ергә барып концерт ҡуйыу артистарҙың үҙҙәренә лә ҡыҙыҡ.  Башҡа ауыл кешеләре менән аралашыу, һәләтеңде күрһәтеү мөмкинлеге тыуа. Ихлас публика өсөн яңынан-яңы номерҙар уйлап табып бүләк итеү, ҡыуандырыу теләге тыуа.     

Был юлы ла тамашасылар Салғыя ауыл мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары – “Узорица” халыҡ вокаль ансамбле, “Сюжет” театр берпләшмәһе, “Сфера” бейеү төркөмө, “Забава” төркөмө сығыштарын алҡыштарға күмде. Халыҡ артистарға рәхмәтен еткереп, тағы ла саҡғырып ҡалды.

Фото –  Дыуан районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автоклубтың файҙаһы ҙур
Автоклубтың файҙаһы ҙур
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: