+2 °С
Облачно
Милли проекттар
1 Августа 2022, 07:14

Гөл-сәскәгә күмелеп

– Гөлләмәләрҙе клиенттарыма үҙем алып барырға яратам. Ниңә, тиһегеҙме? Ҡәҙерлеләренән сәскәләр алып ҡыуанған кешеләргә ҡарап, күңелем үҫә. Эшемдә иң оҡшағаны – кешеләрҙең бәхетле йөҙөн күреү, сәскәләрҙән үҙ ҡулдарың менән ҡабатланмаҫ матурлыҡ тыуҙырыу, – ти Иглин ауылы эшҡыуары Ирина Коломасова. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан     

Добавить в предпочтительные источники Google
Гөл-сәскәгә күмелепГөл-сәскәгә күмелеп
Гөл-сәскәгә күмелеп

 

– Гөлләмәләрҙе клиенттарыма үҙем алып барырға яратам. Ниңә, тиһегеҙме? Ҡәҙерлеләренән сәскәләр алып ҡыуанған кешеләргә ҡарап, күңелем үҫә. Эшемдә иң оҡшағаны – кешеләрҙең бәхетле йөҙөн күреү, сәскәләрҙән үҙ ҡулдарың менән ҡабатланмаҫ матурлыҡ тыуҙырыу, – ти Иглин ауылы эшҡыуары Ирина Коломасова.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан     

 

Иглин ауылынан Ирина Коломасова сауҙа өлкәһендә байтаҡ йылдар эшләй. Флористика менән 2009 йылдан шөғөлләнә. Дүрт йыл элек иһә үҙе сәскә кибете аса. Һөнәренең оҫтаһы булараҡ, ул һатып алыусыларға ни кәрәген, ниндәй сәскәләр оҡшағанын яҡшы тоя.

Сәскәләр менән эшләүҙең бөтә нескәлеген өйрәнеү маҡсатында  Ирина Викторовна курстар үтә.

– Сәскәләрҙе ҡарарға, бүлмә гөлдәрен тәрбиәләргә генә түгел, өйҙө биҙәргә лә  өйрәндем. Гөлләмәләр төҙөү тәртиптәре, сәскәләрҙең бер-береһе менән ярашыу нескәлектәре менән таныштым. Алған белемемде артабан да камиллаштырҙым, –  тип һөйләй эшҡыуар.

Һәр өлкәләге кеүек үк, был эштә лә яңылыҡтар сығып ҡына тора.  Бер урында тапаныу хас түгел Ирина Коломасоваға. Ижади кеше булараҡ, ул гөлләмәләр йыйып, һатып ҡына ҡалмай, был тәңгәлдә үҙ белеме менән дә ихлас бүлешә. Күптән түгел үҙе уҡыған 2-се мәктәп уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрә. Бер-береһенә тап килгән сәскәләрҙән гөлләмәләр яһарға, төрлө материалдар ҡулланырға өйрәтә балаларҙы. Барыһы ла ҡыҙыҡһынып тыңлай, хатта һорауҙарға күмә, тип хәбәр итә Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Гөлләмә йыйыуҙа техниканы белеүҙән бигерәк күңел торошо мөһимерәк, тип билдәләй оҫта. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ғәҙәттә раузаға, ләләгә, пионға өҫтөнлөк бирә, ә ҡәнәфер менән һары сәскәләрҙе бик үҙ итмәй икән. Ирина үҙе һары ләләләрҙе ярата. Әле альстромерия, гортензиялар бигерәк үтә. Күптәр гөлләмәләрҙең алһыу-шәмәхә төҫтәге сәскәләрҙән торғанын һайлай. Наҙлы аҡ сәскәләр менән йәшеллек иһә һәр кемгә лә тап килә.

 

Ирина Викторовнанан кәңәштәр:

  • Сәскә алғанда асылып етмәгәнен һайлағыҙ, ул артабан асылып, күркәмләнер, бар матурлығын күрһәтер.
  • Гөлләмә оҙаҡ торһон тиһәгеҙ, көн һайын һыуын алмаштырып тороғоҙ, сәскәләрҙең һабағын диагональ буйынса ҡырҡығыҙ – был уларға күберәк һыу “эсергә” булышлыҡ итер.
  • Сәскәләр үтә елде һәм һауа температураһының ҡапыл үҙгәреүен яратмай. Шуға ла һыуыҡ көндәрҙә транспортта алып барырға тура килгәндә уларҙы йылы итеп урарға кәрәк. Өйгә ингәс тә һыуға ҡуйырға ашыҡмағыҙ – башта гөлдәр йылыға “өйрәнһен”.
  • Вазаға ултыртыр алдынан сәскәләрҙең аҫҡы япраҡтарын һыуға теймәҫлек итеп өҙөгөҙ.

 

Фото –  Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас