

Стәрлетамаҡ районындағы “Башаҡ” балалар һауыҡтырыу лагерында Башҡортостанда тәүге аграр смена йыйылды. 24 июлдән 13 авгусҡа тиклем дауам иткән смена уҡыусыларҙы ауыл ерендә кәрәк булған һөнәрҙәр менән таныштырыуға йүнәлеш алған.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
– 21 көн дауамында буласаҡ аграрийҙар эре предприятиелар менән таныша, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, яңы белем ала. Киләсәктә һәр районда бындай смена булыуын теләр инек, – ти Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева.
Профилле сменала 51 бала ҡатнаша, улар ике отрядҡа бүленгән. “Башаҡ” лагеры директоры урынбаҫары Руфина Исхаҡова әйтеүенсә, смена дауамында үҫемлекселек, малсылыҡ, ландшафт дизайны буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу, төрлө предприятиеларҙа булыу, проекттар яҡлау ҡаралған.
“Агросмена” “Агрокластар” проекты сиктәрендә ойошторолған. Проект республиканың агросәнәғәт комплексында кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү буйынса системалы эштең бер өлөшө булып тора. Ул Башҡортостандың ауыл хужалығы, мәғариф һәм фән министрлыҡтары тарафынан ойошторола, шулай уҡ төбәктең бер нисә мәктәбе һәм колледжы ла ҡатнаша. Иң мөһиме – программаға республиканың төп аграр предприятиелары ла йәлеп ителгән, уларҙың етештереү базаһы белем биреү барышында әүҙем ҡулланыла.
Фото һәм сығанаҡ – Башҡортостан Хөкүмәте сайты.