+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Июль 2022, 13:43

Йәш эшҡыуарҙарға гранттар

Башҡортостанда 25 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙар бизнесты үҫтереүгә биш йөҙ мең һумға тиклем дәүләт грантына иҫәп тота ала. Гранттар конкурс һөҙөмтәһе буйынса бүленә. Бәйге 1 августа башлана. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Йәш эшҡыуарҙарға гранттар
Йәш эшҡыуарҙарға гранттар

Башҡортостанда 25 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙар бизнесты үҫтереүгә биш йөҙ мең һумға тиклем дәүләт грантына иҫәп тота ала.

Гранттар конкурс һөҙөмтәһе буйынса бүленә. Бәйге 1 августа башлана.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Йәштәр проекты “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла һәм финанслана, тип хәбәр итә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

– Бәйгелә “Йәштәр эшҡыуарлығы” йүнәлеше буйынса уҡыған шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәр ҡатнаша ала, учредителдәр араһында йәш эшҡыуар 50 проценттан ашыу өлөшкә эйә булырға тейеш. Грант бер тапҡыр бирелә, уның күләмен конкурс комиссияһы хәл итә. Шул уҡ ваҡытта эшҡыуар проекттың хаҡынан 25 процент иҫәбенән үҙ аҡсаһын һалырға тейеш, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры Рөстәм Афзалов.

Йәш эшҡыуарҙар 100 мең һумдан алып 500 мең һумға тиклем дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. Грант аҡсаһын 15 йүнәлеш буйынса маҡсатлы тотонорға ғына мөмкин. Был йүнәлештәргә биналарҙы йүнәтеү йәки ҡуртымға алыу, ҡоролмалар, франшиза, программа тәьминәте  алыу, инженер селтәрҙәре ҡороу һ.б. инә. Шулай уҡ грант алыусы эшмәкәрлеген өс йыл дауам итергә, йыл аҙағына тиклем хеҙмәткәрҙәр һанын үҙгәртмәҫкә тейеш.

Конкурсҡа документтарҙы БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ҡабул итә. Уларҙы 1 – 12 августа тапшырырға мөмкин.

Һорауҙар менән Башҡортостан Республикаһының “Минең бизнесым” үҙәге офистарына,  https://cmbrb.ru/kontakty һылтанмаһы йәки +7 (347) 224-99-99 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә була.

Конкурс тәртибе, шарттары, талаптары менән ошо һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/4.. .

Фото –  БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: