

“Балалар менән эшләү оҡшай миңә. Шуға ла белем биреү һөнәрен һайланым”, – ти Дүртөйлө районында йәшәгән шәхси эшҡыуар Лилиә Маһийәнова.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
2020 йылда Лилиә Мөнир ҡыҙы өҫтәмә белем биреү өлкәһендә үҙ эшен асырға була. “Три кита” үҙәгендә мәктәпкә әҙерләү, манталь арифметика, тиҙ уҡыу, каллиграфия йүнәлештәре буйынса эшләйҙәр. Шулай уҡ математика буйынса ВПР, ОГЭ, ЕГЭ имтихандарына әҙерләнеү буйынса курстар ҙа бар, тип хәбәр итә Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Бер урында тапанмайбыҙ, яңы юлдар эҙләйбеҙ, даими үҫешергә ынтылабыҙ. Бер үҙең генә уңышҡа өлгәшеп булмай. Муниципалитеттан ҙур ярҙам алам. Дүртөйлө районы хакимиәтенең бизнес-шерифы Гөлнара Венер ҡыҙы бер һорауҙы ла яуапһыҙ ҡалдырмай”, – ти үҙәктең етәксеһе.
Уңған ҡатын социаль эшҡыуар булараҡ конкурста ҡатнашып, грант ала. Был аҡса заманса ҡорамалдар алыуға тотонола. Хәҙер уҡыу барышы заманса техник һәм уҡыу стандарттарына яуап бирә, дәрестәр тағы ла ҡыҙығыраҡ, мауыҡтырғысыраҡ үтә.
“Быйыл йәй географияны өйрәнеү буйынса инглиз телендә мини-курс астыҡ. Киләсәктә ошо йүнәлештә лә эшләргә йыйынабыҙ”, – тип бүлешә Лилиә Мөнир ҡыҙы.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн https://investrb.ru/ru/ һылтанмаһы буйынса Башҡортостан Инвестиция порталында теркәлергә кәрәк. Шулай уҡ райондың бизнес-шерифына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фото – Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.