+14 °С
Облачно
Милли проекттар
27 Июля 2022, 07:53

Һаҡсыл етештереүгә тотоналар

Башҡортостанда тағы бер предприятие “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ҡушылды. “СН-продукт” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы “Свое-Наше”, “По-деревенски” сауҙа маркалары аҫтында һөт ризыҡтары етештерә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Һаҡсыл етештереүгә тотоналарҺаҡсыл етештереүгә тотоналар
Һаҡсыл етештереүгә тотоналар

Башҡортостанда тағы бер предприятие “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ҡушылды. “СН-продукт” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы “Свое-Наше”, “По-деревенски” сауҙа маркалары аҫтында һөт ризыҡтары етештерә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Бында 110 хеҙмәткәр эшләй. Һөт эшкәртеү заводы Благовар районында 2010 йылда һөт йыйыу пунктының сепаратор бүлеге нигеҙендә барлыҡҡа килә. Әле бында 40-тан ашыу аҙыҡ төрө етештерелә. Һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, эремсек, май, йогурт кеүек ризыҡтарҙы халыҡ яратып ала, тип хәбәр итә  БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Шулай итеп, бөгөн “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың 138 предприятиеһы һаҡсыл етештереү ҡоралдарын ҡуллана. Улар араһында биш компания һөт ризыҡтары етештерә. Һаҡсыл етештереү технологияларын индереү, түгелгән көстө, матди ресурстарҙы, етештереү ҡеүәтен һәм майҙанын кәметеп, күберәк продукция сығарырға мөмкинлек бирә, – ти республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты хаҡында күберәк мәғлүмәт алырға, унда ҡатнашырға теләгәндәр производительность.рф порталына рәхим итһен.

Фото – БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас