-2 °С
Ясно
Милли проекттар
13 Июля 2022, 05:15

Ғаилә бизнесы өлгөһө

Сибайҙа Баҙамшиндар етештергән йышылған шпон Рәсәй буйынса тарала. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғаилә бизнесы өлгөһөҒаилә бизнесы өлгөһө
Ғаилә бизнесы өлгөһө

Сибайҙа Баҙамшиндар етештергән йышылған шпон Рәсәй буйынса тарала.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Йышылған шпонды эшләү технологияһы быуҙа тотоуҙан, йышыуҙан, киптереүҙән, сорттарға айырыуҙан, ҡырҡыуҙан, әҙер продукцияны ҡаптарға бүлеп һалыуҙан тора.

Йышылған шпон тәбиғи ағас төҫөндә була. Уны ҡайындан, имәндән, ҡарағайҙан әҙерләйҙәр.

Эрнст Хәйҙәр улы Баҙамшин етәкләгән “Хард Инжениринг” предприятиеһы яңы барлыҡҡа килгән. Атаһы Хәйҙәр Әхәт улы Баҙамшин – башҡарма директор. Атаһы башлаған ғаилә бизнесын улы дауам итә.

Ойошма айына 10 – 12 мең квадрат метр йышылған шпон етештерә. 15 кеше эшләй. Әҙер продукция Рәсәй буйлап тарала.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә  “Хард Инжениринг” предприятиеһына ҡала хакимиәтенән ҡорамалдар алыуға киткән сығымдың бер өлөшөн ҡайтарыуға субсидия алыу тураһында консультацион ярҙам күрһәтелә, тип хәбәр итә Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Предприятие киләсәктә фанера һәм инженер таҡтаһы етештерергә уйлай.

Фото – Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Ғаилә бизнесы өлгөһө
Ғаилә бизнесы өлгөһө
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас