

Өфөлә ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы төҙөлә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Өфөнөң 450 йыллығы айҡанлы бер нисә ҙур спорт объектын сафҡа индереү ҡаралған. Уларҙың береһе – ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы. Ул Йылы күлдең көньяҡ өлөшөндә төҙөлә.
Комплекс старт һәм финиш бассейндарынан, ярыш һәм тренировкалар өсөн 250 метр оҙонлоғондағы (тәрәнлеге – 1,75 метр) каналдан тора. Проект буйынса шулай уҡ ярҙамсы биналар, келәт, юл ҡаралған, шулай уҡ 300 метр оҙонлоғонда яр нығытыла. Гидротехник ҡоролмалар ярҙамында һыуҙа тау йылғаһындағыса урғылып тороу эффекты булдырыла. Ишеү каналы Йылы күлде Ҡариҙел йылғаһы менән тоташтыра.
Үҙенсәлекле спорт комплексы йыл әйләнәһенә эшләй. Ул юғары кимәлдәге ярыштарҙы, шул иҫәптән Рәсәй чемпионатын да, ҡабул итә алыр, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Комплекстың тәүге сиратын төҙөү 309,3 миллион һумға төшә. Уның 250 миллион һумы “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” проекты сиктәрендә федераль ҡаҙнанан бүленә.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.