+9 °С
Ясно
Милли проекттар
7 Июля 2022, 07:58

Дан бульварында “осоу полосаһы” барлыҡҡа килә

Өфөнөң Дан бульварында айҙан ашыу инде төҙөкләндереү эштәре бара. Ял итеү урынын яңыртыу ҡаланың 450 йыллығы һәм ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы башҡарыла.   #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Дан бульварында “осоу полосаһы” барлыҡҡа киләДан бульварында “осоу полосаһы” барлыҡҡа килә
Дан бульварында “осоу полосаһы” барлыҡҡа килә

Өфөнөң Дан бульварында айҙан ашыу инде төҙөкләндереү эштәре бара. Ял итеү урынын яңыртыу ҡаланың 450 йыллығы һәм ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы башҡарыла.  

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

1,12 гектар майҙанда барған эштәрҙең заказсыһы – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең капиталь төҙөлөш идаралығы, подряд ойошмаһы – “Потенциал” компанияһы, тип белдерә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Подрядсылар белдереүенсә, объектта 10 – 12 машина, 20 кеше эшләй. Эштәр графикта билдәләнгәндән алдараҡ бара. Проекттың иң ҡыҙыҡлы өлөшө – плиткаға үткәрелгән яҡтыртыу. Ул самолеттар өсөн осоу-ултырыу полосаһын символлаштыра.

Яңыртылған бульварҙа йәйәүлеләр өсөн майҙансыҡ, тротуарҙар һәм юлдар, балалар бәүелсәктәре, спорт зонаһы, стритфуд-киоскылар ҡаралған. Ике яҡтан, ихаталарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйыла. 27 видеокамера, 57 эскәмйә урынлаштырыла, 10 төп йүкә ағасы һәм 2900 ҡыуаҡ ултыртыла, 4,5 мең квадрат метр газон йәйелә.

Төҙөкләндереү эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының ”Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә  бара.

Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Дан бульварында “осоу полосаһы” барлыҡҡа килә
Дан бульварында “осоу полосаһы” барлыҡҡа килә
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас