

Стәрлебаш районы Тәтербаш ауылында модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлдө.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Был фельдшер-акушер пункты районда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә быйыл һалынған ФАП-тарҙың өсөнсөһө, тип хәбәр итә Стәрлебаш районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Тәүге икеһе Һарайҫа һәм Йәшергән ауылдарында, был объекттарҙа төҙөлөш-монтаж эштәре тулыһынса тамамланған, кәрәкле препараттар һәм инструменттар ҙа килтерелгән. Әле биләмәләре төҙөкләндерелә, медицина эшмәкәрлеге алып барыу өсөн лицензия көтәләр. Тиҙҙән Мортаҙа ауылында дүртенсе ФАП-ты төҙөй башлайҙар.
Фото – Стәрлебаш районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.